Рух
+11 °С
Облачно
Новости
14 Августа , 10:27

Сибайҙа «Урал аръяғы-2026» инвестиция һабантуйы башлана

 Бөгөн VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы – Башҡортостандың төп эшлекле майҙансыҡтарының береһе старт ала. Алдағы ике көндә Сибай ҡарарҙар ҡабул итеүселәрҙең, инвестициялар һалыусыларҙың, яңы проекттар башлаусыларҙың һәм төбәк иҡтисадының ҡайҙа хәрәкәт итәсәген билдәләүселәрҙең осрашыу урыны буласаҡ.

Сибайҙа «Урал аръяғы-2026» инвестиция һабантуйы башланаСибайҙа «Урал аръяғы-2026» инвестиция һабантуйы башлана
Сибайҙа «Урал аръяғы-2026» инвестиция һабантуйы башлана

Иртәндән алып бында эш ҡайнай. Форум власть, бизнес, үҫеш институттары һәм инвесторҙар вәкилдәрен йыйҙы ла инде.

Башҡортостанға Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Төркиә, Абхазия, КАР, Италия, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Алтай крайы, Екатеринбург делегациялары килде.

«Урал аръяғы» майҙансыҡтарында 30-ға яҡын килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Республика етәкселеге ҡушыуы буйынса быйыл төп тема «Еңеү иҡтисады» булды.

Майҙансыҡтарҙа яңы шарттарҙа республиканы үҫтереү мәсьәләләре, бизнес өсөн мөмкинлектәр, инвестициялар йәлеп итеү һәм республиканың иҡтисади тотороҡлоғона эшләүсе проекттарҙы башлау тикшереләсәк.

Айырым иғтибар МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеүгә. Форумда яугирҙарыбыҙға ҡайтҡандан һуң нисек ярҙам итеүгә, нисек бизнес менән шөғөлләнергә, үҙ эшен асырға, эш урындары булдырырға һәм киләсәк иҡтисадының бер өлөшө булырға яңы алымдар тәҡдим ителәсәк, тип билдәләнеләр Башҡортостан хөкүмәтендә.

Автор:
Читайте нас