

«Патриот» паркы ҡунаҡтарҙы – республика Хөкүмәте ағзаларын, төбәктең министрлыҡ һәм ведомство етәкселәрен, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, ҡораллы конфликт ветерандарын, хәрби-патриотик һәм йәштәр берләшмәләре вәкилдәрен йыйҙы.
Байрам майҙансығына барыр алдынан төбәк етәксеһе рухи-ағартыу үҙәге – мәсет һәм часовня төҙөлөшө барышы менән танышты. Был проектты тормошҡа ашырыуға Радий Хәбиров 2026 йылдың майында старт бирҙе. Үҙәкте 4 ноябрҙә асыу планлаштырыла.
– Беҙ ике объектты бер-береһенә яҡын урынлаштырҙыҡ, сөнки, дингә ҡарамайынса, яугирҙарыбыҙ бер-береһенә ярҙам итә, ныҡлы дуҫлыҡ өлгөһө булып тора, - тип билдәләне республика етәксеһе. - Геройҙарыбыҙ өсөн доға ҡылырға теләгән һәр кем ошондай мөмкинлек аласаҡ.
Артабан Башҡортостан Башлығы хөрмәтле ҡунаҡтар менән бергә Рәсәй Геройы Максим Серафимов һәйкәленә сәскәләр һалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2,2 метр бейеклектәге яугир скульптураһы бер йыл элек Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә асылғайны. Уның авторы - Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков.
– Мы не зря назвали парк «Патриот» именем Максима Серафимова, потому что его жизненный путь, его подвиг восхищают. Уверен, что мальчишки, которые проходят здесь сборы, становятся намного лучше и сильнее, когда узнают больше о
- Беҙ «Патриот» паркына Максим Серафимовтың исемен юҡҡа ғына бирмәнек, сөнки уның тормош юлы, батырлығы һоҡландыра. Бында сбор үткән малайҙар геройҙарыбыҙ хаҡында күберәк белгәс, күпкә яҡшыра һәм көслөрәк була, тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Советтар Союзы Геройы Василий Маргелов бюсын һәм уҡыу-күнекмә һауа-десант комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты.
Сараның үҙәк майҙансығында Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарын байрам менән ҡотланы һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
- ВДВ илебеҙ Ҡораллы Көстәренең иң хәрби һәләтле ғәскәрҙәр төрҙәре иҫәбендә. Улар илебеҙ алып барған бөтә ҡораллы конфликттарҙа ҡатнаша, үҙ мәнфәғәттәрен, суверенитетын, граждандарын яҡлай. Был Бөйөк Ватан һуғышы, Афғанстан һәм Төньяҡ Кавказ. Ә бөгөн был-махсус хәрби операция, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Беҙ, республика халҡы, был еңел булмаған хеҙмәтте үткәндәргә ҙур ихтирам менән ҡарайбыҙ. Зәңгәр берет - ул ғорурлыҡ ҡына түгел, ҙур яуаплылыҡ та. Сөнки һеҙгә, ҡәҙерле ветерандар, халҡыбыҙ ҡарай. Дәүләтебеҙҙең ысын таянысы булыуығыҙ өсөн һеҙгә ихлас рәхмәт белдерәм.
Республика етәксеһе был көндө «Патриот» паркында уҙған «Геройҙар ярышы» еңеүселәрен дә бүләкләне. Ярыштарҙа беренсе урынды Стәрлетамаҡ командаһы, икенсе - Белорет районы, өсөнсө – Стәрлетамаҡ районы командаһы яуланы.
Артабан Башҡортостан Башлығы байрам ҡунаҡтары менән бергә Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарының һәм «Первушино» пилотаж төркөмөнөң күрһәтмә сығыштарын ҡараны, шулай уҡ яугир-десантсылар менән аралашты.
Төбәк етәксеһе «Патриот» паркында тантаналы сара үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне. Был Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләренә хәрби хеҙмәт үҙенсәлектәрен күрһәтергә мөмкинлек бирә.
- Балаларҙың аталарының ошондай легендар ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүен күреүе бик мөһим, улар ҙур абруй менән файҙалана. Улар дәүләттең иғтибарын тойорға тейеш, - тине Радий Хәбиров. - Был яугирҙарға хөрмәт һәм улар өсөн хеҙмәт йылдарын иҫкә төшөрөү мөмкинлеге тип иҫәпләйем.
Источник: сайт главы РБ.