Унда штаттағы һәм штаттан тыш авторҙар, редакциялар һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары нәшер итеүселәре саҡырыла. Традицион номинациялар: «Ышаныслылыҡ», «Яуаплылыҡ», «Батырлыҡ» һәм «Хисле йөрәк». Уларҙың һәр береһендә - дүрт категория: республика баҫма киң мәғлүмәт саралары, ҡала һәм район гәзиттәре, теле-һәм радиожурналистика, шулай уҡ селтәр баҫмалары. Конкурсҡа мәғлүмәт, аналитик һәм публицистик материалдар, шулай уҡ теле - һәм радиопрограммалар ҡабул ителә.
Быйыл «Социаль медиа тауышы» тигән яңы номинация өҫтәлде, унда бер еңеүсе билдәләнәсәк. Контент авторҙары социаль селтәрҙәрҙәге шәхси биттәрҙә, мессенджерҙарҙың автор каналдарында, киң мәғлүмәт саралары статусы булмаған сайттарҙа, шулай уҡ видеохостингтарҙа, стриминг платформаларында һәм подкаст-терминалдарҙа ҡатнаша ала.
2025 йылдың 1 сентябренән 2026 йылдың 31 авгусына тиклем баҫылған эштәр ҡабул ителә. Ғаризалар 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Бер ғаризала өс материалдан артыҡ булырға тейеш түгел. Тапшырыу форматы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – Матбуғат агентлығы сайтында. Белешмәләр өсөн телефондар: 218-16-88, 8-901-813-05-85.