

- Саралар «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә үтә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә: «Республикала үҙ эшен асырға, бизнесты үҫтерергә, яңы эш урындары булдырырға әҙер әүҙем, энергиялы кешеләр күп булыуын күрәбеҙ. Ә беҙ уларға ярҙам итергә әҙербеҙ». Шуға күрә һәр проект адреслы оҙатыу ала, тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Арслан Нәзир улы.
Был аҙнала район хакимиәтендәге «Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә» мөлкәт ярҙамын талап иткән ике перспективалы инвестиция проекты ҡаралған.
Уларҙың береһе - ҡошсолоҡ фермаһы. Районыбыҙҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Яңы Ҡарамалы ауылы янында күләмле проектты тормошҡа ашырырға ниәтләй. Бизнес-инициатива «Агромотиватор» грантына тәҡдим ителәсәк. Инициаторға грант ярҙамын алыуҙың бөтә этаптары ла аңлатылды, проект хакимиәт тарафынан тулы оҙатыуға алынды.
Икенсе инвестиция проекты асыҡ һәм ябыҡ грунтта йәшелсәселеккә ҡағыла. Инвестор Иҫке Күзәк ауылы эргәһендәге участканы ҡуртымға алған. Баҫыуҙарҙа картуф, ҡарбуз, һуған, һарымһаҡ, ә теплицаларҙа помидор ултыртылған. Эшҡыуарҙың планында - сәсеү майҙандарын һәм продукция ассортиментын киңәйтеү. Район хакимиәте менән бергә өҫтәмә ер участкалары биреү варианттарын әҙерләнә.
«Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» аҙна һайын үткәрелә. Әгәр һеҙҙең бизнес-идея йәки ярҙам саралары буйынса һорауығыҙ булһа, көтмәгеҙ!
Консультацияға бизнес-шерифҡа 8-34745-21625 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин.
Шулай уҡ һеҙ Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталы аша һылтанма буйынса ғариза бирә алаһығыҙ: investrb.ru/.
#Аургазинскийрайон #бизнесшериф #нацпроекты #Агромотиватор #инвестиции #сельскоехозяйство #поддержкабизнеса