Рух
+20 °С
Дождь
Новости
31 Июля , 15:03

Республикала 9,5 меңдән ашыу ғаилә әсәлек капиталына торлаҡ һатып алған

Башҡортостанда 9,5 меңдән ашыу ғаилә әсәлек капиталы ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, тип хәбәр иттеләр Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһенән. Программа «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Республикала 9,5 меңдән ашыу ғаилә әсәлек капиталына торлаҡ һатып алғанРеспубликала 9,5 меңдән ашыу ғаилә әсәлек капиталына торлаҡ һатып алған
Республикала 9,5 меңдән ашыу ғаилә әсәлек капиталына торлаҡ һатып алған

2025 йылдан ғаиләләр әсәлек капиталын эскроу иҫәбен файҙаланып, подряд килешеүе буйынса йорт төҙөүгә йүнәлтә ала, тип билдәләнеләр ведомствола. Был иһә аҡсаны намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән яҡлай: аҡса банкта һаҡлана һәм подрядсыға эштәр тамамланғандан һуң ғына тапшырыла. Әгәр килешеү өҙөлһә, банк әсәлек капиталы аҡсаһын фондҡа кире ҡайтара, һәм сертификат хужаһы уларҙы ҡабаттан ҡуллана ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әсәлек капиталы ярҙамында фатир йәки йорт һатып алырға, тәүге иғәнә индерергә йәки ипотеканы ҡапларға, йорт төҙөргә йәки уны реконструкцияларға мөмкин.

Әсәлек капиталы аҡсаһын тотоноу тураһында ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, шәхсән Социаль фондтың клиент хеҙмәтендә йәки банкта ипотека кредитын алғанда бирергә мөмкин.

 

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru 

Автор:
Читайте нас