Рух
+20 °С
Дождь
Новости
31 Июля , 12:52

Башҡортостанда урмандарҙы яһалма тергеҙеү буйынса план арттырып үтәлде

«Экологик именлек» милли проектына ингән «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында 3 735 гектар майҙанда яһалма урман тергеҙеү буйынса эштәр башҡарылды. Был планлаштырылған күрһәткестән 6 процентҡа күберәк%.

Башҡортостанда урмандарҙы яһалма тергеҙеү буйынса план арттырып үтәлдеБашҡортостанда урмандарҙы яһалма тергеҙеү буйынса план арттырып үтәлде
Башҡортостанда урмандарҙы яһалма тергеҙеү буйынса план арттырып үтәлде

Норматив талаптарға ярашлы, урман фондының 946 гектарында ябыҡ тамыр системаһы булған сәсеүлектәр ултыртылған. Иң ҙур эштәр Баймаҡ (510 гектар), Балаҡатай (353 гектар) һәм Йылайыр (321 гектар) урмансылыҡтарында үтте. Урман участкаларын ҡуртымға алыусылар 2 700 гектар майҙанда урмандарҙы тергеҙә.

- Тергеҙелгән урмандарҙың ҡырҡылған һәм һәләк булған үҫемлектәргә нисбәте буйынса милли проекттың маҡсатлы күрһәткесе йыл йомғаҡтары буйынса тулы күләмдә өлгәшеләсәк. Хәҙер төп көс урман культураларын агротехник тәрбиәләүгә йүнәлтелгән, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Автор:
Читайте нас