

«Ғаилә» милли проектының «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда 2026 йылда 6 китапхана базаһында, шул иҫәптән Өфө районының 7-се Николаевка ауыл балалар китапханаһы базаһында балалар мәҙәни-ағартыу үҙәктәре асыласаҡ. Һәр үҙәкте булдырыуға федераль бюджеттан 3,8-шәр миллион һум аҡса бүленгән.
Бөгөнгө көнгә мебель, ҡорамалдар, 732 дана яңы әҙәбиәт һатып алынған. Өфө районында ойошторолған балалар үҙәгендә килеүселәр ижади проекттарҙа үҙҙәрен күрһәтә, бергәләп арт-объекттар төҙөй, сценарийҙар уйнай һәм уйын барышында яңы күнекмәләр үҙләштерә ала.
Тормошҡа ашырылған үҙәктең төп маҡсаты — балаларҙың ижади потенциалын һәм ижадилығын стимуллаштырыусы, бер үк ваҡытта уйын формалары аша берҙәмлек һәм команда үҙ-ара эш итеү тойғоһон формалаштырыусы мауыҡтырғыс мөхит булдырыу.
Патриотик тәрбиәгә, экологик мәғрифәткә, ижадты һәм балаларҙың һанлы грамотаһын үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленә.
- Үҙәк Николаевканың йәштәре өсөн генә түгел, ә яҡындағы ауылдарҙан килгән балалар өсөн дә йәлеп итеү нөктәһе буласаҡ. - тип билдәләне Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Люцина Ризванова.