Рух
+18 °С
Ясна
Новости
30 Июль , 14:33

Башҡортостан төҙөүселәре һәм эшҡыуарҙарын форумға саҡыралар

Башҡортостандың төҙөлөш министрлығы республика төҙөүселәрен һәм эшҡыуарҙарын «Рәсәйҙең киләсәген төҙөйбөҙ» Бөтә Рәсәй форумына саҡыра. 

Башҡортостан төҙөүселәре һәм эшҡыуарҙарын форумға саҡыраларБашҡортостан төҙөүселәре һәм эшҡыуарҙарын форумға саҡыралар
Башҡортостан төҙөүселәре һәм эшҡыуарҙарын форумға саҡыралар

Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш комплексы белгестәре, тармаҡтың алдынғы эксперттары, эшлекле һәм медиа даирә вәкилдәре «Рәсәйҙең киләсәген төҙөйбөҙ» IV Бөтә Рәсәй медиафорумында ҡатнашыуға саҡырыла. Төҙөүселәр көнөнөң 70 йыллығына арналған сара 3-7 августа «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙа.

Форум сиктәрендә ҡатнашыусыларҙы Рәсәй төбәктәре һәм дуҫ илдәр менән телекүперҙәр, тармаҡтың күренекле белгестәре һәм эксперттары менән интервьюлар, төҙөлөш, архитектура, цифрлаштырыу, импортты алмаштырыу, кадрҙар менән тәьмин итеү һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса дискуссиялар, йәш төҙөүселәр менән программалар һәм быуындар осрашыуҙары көтә. Проекттың операторы булып ғәҙәттәгесә «Хәүефһеҙлек һәм сифат» ассоциацияһы» Дөйөм Рәсәй тармаҡ-ара эш биреүселәр берекмәһе сығыш яһай.

- Медиафорум төҙөүсе һөнәрен һәм уға бәйле һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу, көнүҙәк темаларҙы тикшереү һәм төҙөлөш эштәренең уңыштарын һәм ҡаҙаныштарын киң яҡтыртыу өсөн уҙғарыла. Быйыл программа тәүлек әйләнәһенә тура эфирҙа 5 тематик көн һәм 30 эшлекле сессияны үҙ эсенә ала һәм бөтә илдән 100-ҙән ашыу алдынғы төҙөлөш комплексы белгестәрен берләштерә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Автор:
Читайте нас