Рух
+20 °С
Ясно
Новости
22 Июля , 05:05

Өфө территориаль идаралығы ойошмаларҙы яуаплылыҡҡа тарттырҙы

Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы предприятиеларҙың түләү дисциплинаһын тикшереүгә йомғаҡ яһаны. Мониторинг барышында тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто өсөн түләүҙең билдәләнгән ваҡытын һанға һуҡмаған ойошмалар асыҡланды. Һәр тотҡарланыу факты буйынса административ тикшереүҙәр башланған.

Өфө территориаль идаралығы ойошмаларҙы яуаплылыҡҡа тарттырҙыӨфө территориаль идаралығы ойошмаларҙы яуаплылыҡҡа тарттырҙы
Өфө территориаль идаралығы ойошмаларҙы яуаплылыҡҡа тарттырҙы

Экологик түләүҙәрҙе контролдә тотоу буйынса был системалы эш «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә алып барыла.

Ведомство белгестәре билдәләүенсә, НВОС өсөн түләү — ул ябай һалым йыйыу түгел, ә тәбиғәтте һаҡлауҙың төп механизмы. Был саралар компенсация функцияһын үтәй, атмосфераға ташландыҡтарҙан, ағынты һыуҙарҙан һәм ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыуҙан килгән зыянды ҡаплай. Бынан тыш, финанс йөкләмәһе эшҡыуарҙарҙы производствоны яңыртырға: заманса таҙартыу ҡоролмаларын ҡуйырға һәм хәүефһеҙ технологияларға күсергә этәрә. Бөтә йыйылған аҡса маҡсатлы тәғәйенләнешкә эйә һәм төбәктең аныҡ ихтыяждарына йүнәлтелә: рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөү, ерҙәрҙе рекультивациялау һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, регламентҡа ярашлы, бөтә төҙәтмәләрҙе иҫәпкә алып, отчет осоро өсөн иҫәп-хисап бюджетҡа отчеттан һуң киләһе йылдың 1 мартынан да һуңға ҡалмайынса тапшырылырға тейеш. Был срокты боҙоусылар хәҙер закон алдында яуап бирергә тейеш.

 

Башҡортостандың экология министрлығы хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың барлыҡ етәкселәренә ҡануниәтте үтәргә саҡыра. Бурыстарҙы ваҡытында үтәү бизнесҡа суд процестарынан, пенялар һәм штраф санкцияларынан ҡасырға мөмкинлек бирә. Ведомство шулай уҡ тәбиғәттән файҙаланыусыларҙан тәбиғәткә үҙ йоғонтоһо күләмен ентекле тикшереүҙәрен һәм ышаныслы отчет биреүҙәрен һорай.

Автор:
Читайте нас