

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров хәбәр итеүенсә, фестиваль бер нисә тематик йүнәлеште берләштерәсәк.
14-35 йәшлек йәштәр «Йәшлек» форумына эләгә ала, әле Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында белем алған Башҡортостан студенттары «Бергә» форумына ғариза бирә ала. Шулай уҡ фестивалдә туристик слеттар үтәсәк, унда эшләүсе йәштәр, предприятиеларҙың йәш хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм «Беренсе хәрәкәт»лидерҙары ҡатнаша аласаҡ.
Фестивалдә мәҙәниәт, спорт, медиа һәм сәйәсәт өлкәһендәге билдәле эксперттар, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙары ҡатнаша.
Фестивалдә үҙенең социаль проектына – "Росмолодежь" майҙансығына теркәлеүгә 1 миллион һумға тиклем отоу мөмкинлеге буласаҡ.Гранттар 1 авгусҡа тиклем clck.ru/3UYb28 үтә.
Фестивалгә теркәлеү clck.ru/3UYRH3 һылтанмаһы буйынса 28 июлгә тиклем асыҡ була.
Фестиваль асыҡ урында үтәсәк, ҡатнашыусыларға үҙҙәре менән палаткалар алырға кәрәк.