

🌧️ Асҡын районында һыу баҫыу менән бәйле хәл контролдә тотола. Һыу кимәле һиҙелерлек кәмегән, урында ҡотҡарыусылар, ашығыс хеҙмәттәр һәм хакимиәт хеҙмәткәрҙәре эшләй. Зыян күреүселәр юҡ
⛽️ Башҡортостанда яғыулыҡ етештереү күләмен арттырырға ниәтләйҙәр. Был бөгөнгө ихтыяжды ҡапларға һәм хәлде тотороҡландырырға тейеш. Нефть эшкәртеү предприятиелары етәкселәре һәм башҡа яғыулыҡ менән тәьмин итеүселәр республиканың идара итеү командаһы менән даими бәйләнештә
🏗️ Өфөлә студенттар кампусында төҙөлөш эштәрен 2026 йылдың декабрендә тамамларға планлаштыралар. Майҙансыҡта көн һайын меңдән ашыу кеше эшләй. Яңы кампус илдә иң яҡшыларҙың береһе буласаҡ
🏭 «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһына пилотһыҙ осоу аппараты һөжүменән зыян күргән объекттарҙың бер өлөшө тергеҙелгән, ҡалғандары буйынса эштәр тамамлана. Бында ресурстар тапшырылған эстакадалар һәм электр кабелдәре сафтан сыҡҡайны
🚑 Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса старт алған «Сәләмәтлек поездары» маршруттарында тораҡ пункттар исемлеге киңәйтелә. Муниципалитет етәкселәренә алыҫ урынлашҡан ауылдарҙан халыҡты алып килеүҙе ойошторорға ҡуштылар
🎖️Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Айнур Хужин Шайморатов генерал ордены менән бүләкләнде. Башҡортостан Башлығы указы менән яугир был наградаға хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ булды
🏡 Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында 2025 йылда республиканан Октябрьский, Дүртөйлө ҡалалары, Шишмә эшселәр ҡасабаһы, Үрге Йәркәй һәм Кушнаренко ауылдары проекттары еңеүсе тип танылды. Объекттар буйынса килешеүҙәр төҙөлгән, эштәр бара
✅ Республика Сәнәғәтте үҫтереү фонды 2017 йылдан фонд 241 проектты финанслаған. Төп йүнәлештәр булып эшкәртеү производстволары, машиналар эшләү, химия тармағы, ағас эшкәртеү һәм еңел сәнәғәт тора. Иң әүҙемдәр иҫәбендә – Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Өфө, Туймазы, Стәрлетамаҡ һәм Белорет райондары