+15 °С
Дождь


Башҡортостан автомобилселәре өсөн яҡшы яңылыҡтар бар. Республиканың Юл хужалығы идаралығында Стәрлетамаҡ ‒ Белорет ‒ Магнитогорск трассаһының күптән көтөлгән участкаһын төҙөүҙе тамамлау ваҡытын атанылар.
Мәҫәлән, Ишембай районында 15,5 саҡрым оҙонлоҡтағы участканы 2028 йылда тапшырырға планлаштыралар. Бынан алда төбәк халҡы был йүнәлештә эштәрҙе ҡасан тамамлауҙары менән ҡыҙыҡһынды. Төбәк властары аныҡ яуап бирҙе.
Яңы юлда ҡалалар һәм ауылдар араһында хәрәкәт уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк буласаҡ.