

Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форум 13-15 августа Сибайҙа үтәсәк. «Урал аръяғы»н ойоштороусылар булып Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан хөкүмәте сығыш яһай.
Форумдың эшлекле программаһы сиктәрендә дуҫ илдәр менән партнерлыҡ йүнәлешен үҫтереү, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың төбәк-ара кооперацияһын үҫтереүгә инвестициялар йәлеп итеү өлкәһендә сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре һәм панель дискуссиялар үтәсәк. Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының рәсми башланыуы алдынан эшлекле программаны халыҡ-ара бизнес-шерифтар форумы аса.
«Урал Аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының төп тезисы - «Еңеү иҡтисады»темаһы. Уның сиктәрендә йәмәғәт башланғыстарын әҙерләү өсөн проект интенсивын үткәреү планлаштырыла.
«Еңеү иҡтисады» - ул бер нисә өлөштән тора. Уға бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар, дәүләттең был уңайлы шарттарҙы булдырыуҙа ҡатнашыуы инә. Был, әлбиттә, махсус хәрби операция зонаһында ҡулланыу өсөн кәрәкле эшләнмәләр. Бизнесты, власты һәм йәмғиәтте берләштереү был сараның төп нигеҙе булып тора. Был илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн бик файҙалы форум булыр тип ышанам», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.