Рух
+17 °С
Облачно
Новости
13 Июля , 14:00

Радий Хәбиров хеҙмәт министрлығына ҡарттар йорттарына контролде көсәйтергә ҡушты

Радий Хәбиров хеҙмәт министрлығына ҡарттар йорттарына контролде көсәйтергә ҡушты.

Радий Хәбиров хеҙмәт министрлығына ҡарттар йорттарына контролде көсәйтергә ҡуштыРадий Хәбиров хеҙмәт министрлығына ҡарттар йорттарына контролде көсәйтергә ҡушты
Радий Хәбиров хеҙмәт министрлығына ҡарттар йорттарына контролде көсәйтергә ҡушты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығын етәкләгән Ольга Кабановаға ҡарттар йорттары һәм башҡа стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары эшенә күҙәтеүҙе көсәйтергә ҡушты. Был хаҡта "Башинформ" хәбәр итә.

Фекер алышыу барышында төбәк Башлығы 2020 йылда Әбйәлил районында 10 кешенең ғүмерен өҙгән фажиғәле янғын хаҡында иҫкә төшөрҙө. Шуға бәйле министрға планлы тикшереүҙәр менән генә сикләнмәҫкә, ә объекттарҙы даими рәүештә шәхсән тикшерергә кәңәш ителә.

«Контроль функциялары көсәйтелергә тейеш, һәм бындай визиттар һанын арттырырға кәрәк. Ваҡыт табығыҙ, һәм тикшереүҙәр барышында ғына түгел. Үҙегеҙ инегеҙ, унда нимә булғанын ҡарағыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башлыҡ ведомство башлығына мөрәжәғәт итеп.

Автор:
Читайте нас