

Осраҡ 2026 йылдың июлендә булды, тип хәбәр итте «Башинформ». Фельдшер ҡотҡарыусылар менән бергә Мәләүез районына ҡатмарлы саҡырыуға юлланды — ир ағастан ҡолап төшә һәм барып етеүе ауыр урында тороп ҡала. Көслө ямғырҙар арҡаһында юл машина үтә алмаҫлыҡ итеп йыуыла. Табипҡа һәм ҡотҡарыусыларға зыян күреүсегә төндә — тәүҙә квадроциклдарҙа, һуңынан бысраҡ буйлап йәйәү барып етергә тура килә.
Урында Анна Красуцкая иргә беренсе ярҙам күрһәтә. Ауыр пациентты вертолетҡа алып сығыр өсөн, уны ҡабаттан квадроцикл менән алып китәләр. Бригада тырышлығы менән ирҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡалалар, Уны Өфөнөң республика дауаханаларының береһенә алып киләләр.
«Мин ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәрен күргәс, мотлаҡ яҡынлашам, ҡул ҡыҫам. Улар бик ауыр эш башҡара, уларға ярҙам итергә һәм һәр ваҡыт „рәхмәт“әйтергә кәрәк. Улар беренсе булып ярҙамға килә, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара», — тине Радий Хәбиров бүләкләү тантанаһында.
Сығанаҡ: ИА "Башинформ".