Рух
+30 °С
Болотло
Новости
10 Июль , 05:23

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы прокуроры Иван Грибов менән осрашты

8 июлдә Республика Йортонда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров встретился республиканың яңы прокуроры Иван Грибов менән осрашты. Уны төбәк башлығы менән Рәсәй Генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин таныштырҙы.

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы прокуроры Иван Грибов менән осраштыРадий Хәбиров Башҡортостандың яңы прокуроры Иван Грибов менән осрашты
Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы прокуроры Иван Грибов менән осрашты

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Иван Грибов Рәсәй Президентының 2026 йылдың 28 июнендәге указы менән Башҡортостан Республикаһы прокуроры итеп тәғәйенләнде.

- Иван Владимирович - тәжрибәле һәм компетентлы етәксе. Уның килеүе менән республика прокуратураһы яңы уңыштарға өлгәшер, тип иҫәпләйем. Ведомство башлығы алдында торған төп бурыс – коллективтың эшен власть органдары һәм халыҡ менән үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороу. Дөйөм алғанда, бөтә сараларыбыҙ төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтеләсәк, - тип билдәләне Николай Шишкин.

Республика башлығы яңы прокурорҙы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм уға хеҙмәт эшмәкәрлегендә уңыштар теләне.

- Башҡортостан - ҙур күп милләтле төбәк. Алда бурыстар күп, уларҙың иң мөһиме – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Бынан тыш, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең тотороҡло эшләүе өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ, милли проекттарҙы һәм башҡа федераль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Бының өсөн артабан да һәр яуаплы участкала законлылыҡты тәьмин итеү зарур. Беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ – улар иртәгәһе көнгә ышаныс тойһон өсөн, граждандарыбыҙҙың социаль тотороҡлоғон һәм тыныслығын һаҡлауға булышлыҡ итеү.

***

Шул уҡ көндө Радий Хәбиров ведомствоның яңы етәксеһен тәғәйенләү уңайынан Башҡортостан прокуратураһы кәңәшмәһендә ҡатнашты. Рәсәй Генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин Иван Грибовты коллективҡа тәҡдим итте һәм эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.

Үҙ сиратында Башҡортостан прокуроры республика менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүгә һәм ведомство алдында торған бурыстарҙы уңышлы хәл итеүгә ышаныс белдерҙе.

Источник: сайт главы РБ.

Автор:
Читайте нас