Рух
+22 °С
Облачно
Новости
9 Июля , 12:15

Башҡортостанда «Баҫыу көнө-2026» старт алды

11 июлгә тиклем Өфө эргәһендә Башҡорт агроуниверситеты баҫыуҙарында республиканың баш агрофорумы эшләй. 70 гектарға Рәсәй селекционерҙары 300-ҙән ашыу культура сорттарын йәйелдерә, ә 130 компания 140 берәмек техника алып килгән һәм уны урында уҡ һынап ҡарарға мөмкин.

Башҡортостанда «Баҫыу көнө-2026» старт алдыБашҡортостанда «Баҫыу көнө-2026» старт алды
Башҡортостанда «Баҫыу көнө-2026» старт алды

Беренсе көндә тамашалы конкурстар үтте. Һигеҙ механизатор «Трактор-шоу» ҙа ярыша: ырғаҡта йөк менән, тиҙлек һәм аныҡлыҡ буйынса. «Тәүге тапҡыр ҡатнашам, үҙемде һынап ҡарарға теләнем, иң мөһиме – оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа», – тип уртаҡлашты Рәсил Абдуллин.

Ә тағы ла  «Баҫыу көнөндә» беренсе тапҡыр «Дрон Рейсинг» ойошторҙолар.12 студент трасса буйлап пилотһыҙ аппараттар ҡыуып йөрөнө. «Агродрондар һөҙөмтәлелеген иҫбатланы ла инде, был йүнәлеш тиҙлек аласаҡ», – тип билдәләне усдья Александр Климов.

Алда - тиҙлеккә һөрөү, агрономдар конкурсы һәм хеҙмәт династиялары ярышы.

Автор:
Читайте нас