Рух
+30 °С
Облачно
Новости
2 Июля , 07:52

Хәбиров - «Ватан геройҙары» хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ярҙам итеү үҙәгендә

1 июлдә, Салауатҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2026 йылдың июнендә асылған «Ватан геройҙары» хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәгендә булды.

Хәбиров - «Ватан геройҙары» хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ярҙам итеү үҙәгендәХәбиров - «Ватан геройҙары» хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ярҙам итеү үҙәгендә
Хәбиров - «Ватан геройҙары» хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ярҙам итеү үҙәгендә

«Газпром нефтехим Салауат» компанияһы ярҙамында бинаға капиталь ремонт үткәрелгән. Ә муниципаль бюджет аҡсаһына мебель һәм ҡорамалдар һатып алынған. Үҙәк базаһында «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды филиалы, МХО ветерандары ассоциацияһы һәм һәләк булған ватанды һаҡлаусылар ғаиләләренең дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк отделениеһы эшләй.

Төбәк етәксеһе конференциялар залын, психолог һәм юрист кабинеттарын, архивты, релаксация бүлмәһен ҡараны. Бында махсус хәрби операция ветерандары Һәм Салауат тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы белгестәре ойошторған музей урынлаштырылған.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының социаль координаторы Сергей Данилов әйтеүенсә, элек учреждение хеҙмәткәрҙәре ҡаланың мәғариф бүлеге бинаһында эшләгән, ә эш шарттары заманса талаптарға яуап бирмәгән.

– Хәҙер бер урында бер юлы өс ойошма эшләй, был, һис шикһеҙ, МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн уңайлы, – тип билдәләне Сергей Данилов. - Үҙәккә хәрби хәрәкәттәр ветерандары килә, бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә шарттар булдырылған.

 

- Был эште мөмкин тиклем әүҙемерәк алып барырға кәрәк. Яугирҙарыбыҙҙың заманса һәм уңайлы шарттарҙа ярҙам алыуы мөһим. Салауатта бер ҡыйыҡ аҫтында «Ватанды һаҡлаусылар» фондын, МХО ветерандары Ассоциацияһын берләштереүҙәре яҡшы, - тине Радий Хәбиров. - Бында кешеләр аралаша, бер-береһенә ярҙам итә һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итә ала. Бындай ҙур ҡала өсөн был үҙәк ысынлап та кәрәк.

Сығанаҡ: сайт главы РБ.

Автор:
Читайте нас