

Эшлекле программа сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән. Радий Хәбировтың Абхазия Президенты Бадра Гунба менән осрашыуы визиттың төп ваҡиғаһы буласаҡ.
Башҡортостан төрлө йүнәлештәр буйынса ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү менән ҡыҙыҡһына, тип билдәләне төбәк башлығы.
- Беҙ Абхазия менән системалы эште дауам итәбеҙ. Рәсәй өсөн ул – стратегик союздаш, Ә Башҡортостан өсөн ышаныслы партнер. Беҙ тәүге тапҡыр яңыртылған Сухум аэропортына килдек. Хәҙер уны Өфө менән тура рейстар бәйләй. Беҙҙең халыҡ уларҙан әүҙем файҙалана, - тине Радий Хәбиров. – Үҙ-ара эш итеүҙең төп йүнәлештәренең береһе-туризмды үҫтереү. Башҡортостандарҙың ял итеү өсөн мөмкинлектәре күберәк булыуы мөһим. Бынан тыш, беҙҙең продукцияны поставкалау, шулай уҡ мәҙәни һәм гуманитар проекттар тураһында фекер алышасаҡбыҙ.
Сығанаҡ: Башҡортостан башлығы сайты.