Рух
+30 °С
Облачно
Новости
2 Июля , 07:37

Башҡортостан башлығы Салауат медколледжын тамамлаусыларға дипломдар тапшырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат медицина колледжын тамамлаусыларға дипломдар тапшырыу тантанаһында ҡатнашты.

Башҡортостан башлығы Салауат медколледжын тамамлаусыларға дипломдар тапшырҙыБашҡортостан башлығы Салауат медколледжын тамамлаусыларға дипломдар тапшырҙы
Башҡортостан башлығы Салауат медколледжын тамамлаусыларға дипломдар тапшырҙы

Төбәк етәксеһе йәш белгестәрҙе уҡыуын тамамлауҙары менән ҡотланы һәм педагогик коллективҡа намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте.

- Бөгөн үҙенсәлекле көн. Һеҙҙе еңел булмаған, әммә бик сағыу уҡыу осороноң тамамланыуы менән ҡотлайым. Алда - оло тормош, - тине Радий Хәбиров. - Әлбиттә, һәр берегеҙҙең үҙ юлы буласаҡ. Кемдер белем алыуын дауам итәсәк, күптәр беҙҙең дауаханаларға һәм поликлиникаларға эшкә киләсәк. Һәр хәлдә, һеҙ бик кәрәкле һөнәр һайланығыҙ.

Башҡортостан башлығы сығарылыш уҡыусыларына белем тураһында дипломдар тапшырҙы һәм артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлегендә уңыштар теләне.

– Быйыл беҙҙең медицина колледждары һәм уларҙың филиалдары 3 меңдән ашыу белгес әҙерләгән. Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы уларҙы бик көтә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Беҙҙең идара итеү командаһы медицина учреждениеларын әүҙем үҫтерә, шуға күрә һеҙ уңайлы шарттарҙа эшләй алаһығыҙ һәм төп миссияғыҙ - кешеләргә ярҙам итеү бурысын үтәй алаһығыҙ.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин да өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны.

Быйыл Салауат медицина колледжы 255 белгес әҙерләгән, улар «Дауалау эше», «Акушерлыҡ эше» һәм «Шәфҡәт туташы эше» һөнәрҙәре буйынса уҡыуын тамамлаған. Ә 1955 йылда белем биреү учреждениеһына нигеҙ һалынғандан алып уны бөтәһе 12 мең кеше тамамлаған. Сығарылыш уҡыусыларының күпселеге Башҡортостандың медицина ойошмаларында эшләй.

Источник: сайт главы РБ.

Автор:
Читайте нас