

Меңәрләгән ғаилә Изге Троица кафедраль соборы һәм Изге Петр һәм Феврония һәйкәле стеналары янында йыйыласаҡ. Байрам Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы һәм Ҙур һәм татыу ғаилә йылы билдәһе аҫтында үтәсәк.
Көн халыҡтың күңел асыуҙарынан башлана һәм кискә тиклем дауам итә. Ҡунаҡтарҙы күргәҙмә киңлектәре, һөнәрселәр йәрминкәһе, гастрономия фестивале, милли уйындар һәм «Мода на все времена» карнавалы көтә. Яугирҙарыбыҙға хат яҙырға мөмкин.
Майҙанда йәш пар өсөн никахлашыу һәм 50 йыл бергә йәшәгән парҙарҙы хөрмәтләү тантанаһы үтәсәк.
Иң яҡшы ғаиләләр дәүләт наградаларын аласаҡ. Концертта Бөрөнән ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ, ә кисен сәхнәгә атҡаҙанған артистар Әлиә һәм Ришат Төхвәтуллиндар, шулай уҡ Наҙгөл Отузова сығасаҡ.