

Башҡортостанда Өфө - Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙе ремонтлау планлаштырылған ваҡыттан алдараҡ башланды. Транспорт министрлығы биргән мәғлүмәттәр буйынса подрядсы графиктан 10-11 көнгә алдараҡ бара.
Башта 8 июлгә тиклем күперҙең яртыһын Өфөнән сығыу яғынан ремонтлау планлаштырылды. Әммә эштәрҙең тиҙ темптары арҡаһында төҙөүселәр киләһе этапты - ҡалаға инеү урынын ремонтлауҙы башлаған да инде. Бынан һуң улар күпер аҫтындағы эштәргә күсә, хәрәкәткә ҡамасауламаясаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 июндә күперҙе ремонтҡа ябып ҡуйҙылар. Бөтә эштәр тәүлек әйләнәһенә алып барыла.
Урындағы халыҡты ремонтланған участканы урап үтеү кәрәклеге тураһында алдан иҫкәртәләр һәм, мөмкин булған тотҡарлыҡтарҙы иҫәпкә алып, сәйәхәттәрҙе, бигерәк тә аэропортҡа, планлаштырырға кәңәш итәләр.