Рух
+14 °С
Облачно
Новости
27 Июня , 14:55

Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһының өсөнсө көнө ҙур концерт менән үтте

Фольклориаданың төп сәхнәһендә өсөнсө конкурс көнө Башҡортостандың йәш таланттары менәнбергә ZAINETDIN сығышы менән тамамланды.

Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһының өсөнсө көнө ҙур концерт менән үттеБөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһының өсөнсө көнө ҙур концерт менән үтте
Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһының өсөнсө көнө ҙур концерт менән үтте

Мультиинструменталистҡа республиканың биш ижади берекмәһе: «Модус», «Тамыр» студияһы, «Ассоль», «Ирис» һәм Ҡалтасы районының данлыҡлы ҡалаҡсылар театры ҡушылды.

Программала 14 композиция, шул иҫәптән артистың яңы хиттары яңғыраны. Концерт программаһына «Дурида», «Урал тау», «Беҙ Башҡортостан», «Тамыр студияһы», «Яуғыр», «Уралым», «Гори, ясно», «Әлифба», «Бөрлөгән», «Dj kubiz», «Лаусатин», «Атым бар», «Тромбон», «Рок» һәм «Рух» кеүек номерҙар ингән.

Музыкант үҙе йәш коллегаларын буласаҡ йондоҙҙар тип атай һәм уларға алған тәжрибәне үҙ төбәктәренә алып ҡайтыуҙарын теләй.

Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһының өсөнсө көнө ҙур концерт менән үтте
Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһының өсөнсө көнө ҙур концерт менән үтте
Автор:
Читайте нас