

- Махсус хәрби операция башланғас, мин үҙемә һорау бирҙем: «Мин нимә менән ярҙам итә алам?» Минең олатайымдың матур өлгөһө бар. Ул патриот, намыҫлы, ғәҙел, дөрөҫ, ҡаты. Тағы бер миҫал - махсус операцияла һәләк булған ағайым. Ул бик изге күңелле, асыҡ кеше ине, - тип һөйләй Юлия. - Яуап миңә тиҙ килде. Өфөлә «Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәтендәгеләр менән таныштым, улар менән аралаштым һәм уларҙың яҡын кешеләр икәнен аңланым. Шулай итеп мин Учалы ҡалаһында ла шундай уҡ бүлек асырға булдым. Балалар менән даими аралашып торғанлыҡтан, йәш ирекмәндәрҙең эшен төҙөү еңел булды, - тип уртаҡлаша Юлия.
Шулай итеп, йәш уҡытыусы Учалы районындағы «Еңеү ирекмәндәре» бүлексәһе етәксеһе булды. Ул Учалы районының төрлө белем биреү ойошмаларынан һигеҙ мәктәп отрядын йыйҙы. Хәрәкәт активистары ветерандарҙы бик ныҡ ҡайғырта, гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаша, яугирҙарыбыҙҙың ата-әсәләренә һәм ғаиләләренә ярҙам итә, иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереүҙә ҡатнаша: сүп-сарҙы йыйыштыра, яңыртып буяй, һәйкәлдәрҙе, мемориал таҡталарҙы, стелаларҙы туҙандан һәм бысраҡтан таҙарта. 2024 йылда Юлия Сергеевна етәкселегендә Ленинград өлкәһендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирының ейәнсәре һорауы буйынса туғандар ҡәбере табыла. «Беренсе тирмә» проекты сиктәрендә ул Луганск госпиталендә 2 аҙна эшләй.
Яҡташыбыҙҙың әүҙем эшмәкәрлеген республика һәм Рәсәй кимәлендә билдәләнеләр. 2025 йылда Һамарҙа «Һаҡланған хәтер» форумында Рәсәй президенты В.В.Путиндың Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған сараларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт хаты ала. Ошо көндәрҙә «Патриот» хәрби-патриотик базаһында Юлиә Балунова иң яҡшы 10 кеше иҫәбендә «Башҡортостан Республикаһының ирекмәне» почет билдәһе менән наградланды.
Хәҙер яҡташыбыҙ «Еңеү ирекмәндәре»республика хәрәкәте өсөн яуаплы. Ул төрлө йәштәге вайымһыҙ булмаған республика халҡын берләштерә: уҡыусыларҙы ла, студенттарҙы ла, эшләүселәрҙе лә, оло йәштәгеләрҙе лә. Улар бергәләп дөйөм еңеү өсөн йөрәктәренең йылыһын бирә.