Рух
+13 °С
Облачно
Новости
24 Июня , 07:09

Р.Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусы Марсель Фәрхетдиновты бүләкләне

22 июндә үткән оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусы - «Башҡортостан» полкының инженер-сапер ротаһының инженер-юл взводы командиры Марсель Фәрхетдиновҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Р.Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусы Марсель Фәрхетдиновты бүләкләнеР.Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусы Марсель Фәрхетдиновты бүләкләне
Р.Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусы Марсель Фәрхетдиновты бүләкләне

Үҙенең башҡарыу оҫталығы арҡаһында Ҡариҙел районында тыуып үҫкән Марсель Фәрхетдинов бер нисә тапҡыр республика һәм төбәк-ара конкурстар лауреаты булды. Ә 2023 йылдың көҙөндә йырсы Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм МХО зонаһына юллана. Офицер ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы үтәй, шулай уҡ яугирҙар алдында концерт номерҙары менән сығыш яһай.

Хәрби хеҙмәткәр Радий Хәбировҡа, республиканың бөтә идара итеү командаһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Шулай уҡ яугирҙар менән йәнәш булған һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл иткән Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Алик Финзир улы Камалетдиновҡа рәхмәт белдерәм, - тип өҫтәне Марсель Фәрхетдинов. - Еңеү беҙә буласаҡ. Башҡортостан, алға!

Төбәк етәксеһе уҙған аҙнала «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының хәрби байраҡ алыуын хәбәр итте. 25-се дөйөм ғәскәр армияһы командующийы уны тантаналы шарттарҙа подразделение командирына тапшырған.

– Был мөһим ритуал һәм яугирҙарыбыҙҙың Ватан алдындағы ҡаҙаныштарын таныу. Алғы һыҙыҡта ауыр алыштар алып барған «Башҡортостан» полкы үҙен мәңгелек данлы итте, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн Ватанды батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп яҡлаған бөтә егеттәр - республикабыҙ өсөн төп кешеләр. Беҙ уларға мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ.
Сығнаҡ: сайт главы РБ.
Автор:
Читайте нас