Рух
+16 °С
Облачно
Новости
24 Июня , 05:35

Өфөгә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар йыйыла

ӨФӨ мөһим мәҙәни сара – III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ҡабул итә. Бөтә Рәсәйҙән йәш таланттар үҙ төбәктәренең фольклор мираҫын күрһәтеү өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына йыйыла. Ҡунаҡтарҙы йылы ҡабул итәләр һәм урындағы мәҙәниәт менән танышыу мөмкинлеге бирәләр. Фестиваль Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы сиктәрендә уҙғарыла. 

Өфөгә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар йыйылаӨфөгә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар йыйыла
Өфөгә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар йыйыла

Мәскәү өлкәһенән «Вечёрка»: ҡырҡ йыллыҡ традициялар

Мәскәү өлкәһенән ҡунаҡтар - «Вечёрка» халыҡ ансамбле - Наро-Фоминск ҡала округының Селятино ҡала биләмәһенән сығыш яһай. Коллектив етәксеһе Ольга Кузьменко Өфөгә ун ике кешенең – ҡырҡ йәшлек ансамблдең урта төркөмөнөң килеүе хаҡында һөйләне.

 
«Өмөттәребеҙ яҡшы. Мәскәү өлкәһе тап беҙҙе һайлағаны менән ғорурланабыҙ. Коллектив абруйлы халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Күп илдәрҙе урап сыҡтыҡ, ә бына Башҡортостанда, Өфөлә – беҙ тәүгә. Шуға күрә беҙгә бик ҡыҙыҡлы, тулҡынландырғыс һәм шатлыҡлы», – тип уртаҡлашты Ольга Кузьменко.
 

Етәксенең әйтеүенсә,  «Вечёрка» исеме ансамблдең рухын асыҡ сағылдыра:

«Рус халҡы традицияһында кис – ул кешеләр, башлыса йәштәр, бергә ял итеү, хеҙмәт һәм аралашыу өсөн йыйылыуҙы аңлата. Һәм беҙ коллективта йырлайбыҙ, бейейбеҙ, төрлө инструменттарҙа уйнайбыҙ. Иң мөһиме, тамырҙарыбыҙҙы һаҡлайбыҙ. Был беҙҙең төп бурысыбыҙ».

Ансамблдә ҡатнашыусы Александр Силин әйтеүенсә, Мәскәү артистары йырҙар һәм бейеүҙәр алып килгән, ә махсус рәүештә фольклориадаға «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне»ндә ҡатнашыу өсөн башҡорт бейеүен өйрәнгән.

Курсктан – халыҡ инструменттары менән

Курск өлкәһенән Ариадна Шестопалова нацистар оккупацияһының бөтә ҡот осҡос хәлдәрен кисергән Суджа ҡалаһында тыуыуы тураһында һөйләй. Хәҙер ул ғаиләһе менән Курск ҡалаһында йәшәй.

«Өфөгә ысын Курск костюмыбыҙҙы, аутентик ҡоралдарыбыҙҙы: кугиклы, мөгөҙ, балалайка һәм башҡа бик күп традицион әйберҙәрҙе алып килдек», – тип уртаҡлаша Ариадна.

Ул атаһы, әсәһе менән бергә сәхнәгә сығасаҡ: әсәһе Ирина Анатольевна художество етәксеһе, атаһы Евгений Евгеньевич аккомпаниаторлыҡ итә. Ҡыҙ Суджан районының Плехово ауылы йырҙарын башҡарасаҡ, шулай уҡ кугликтарҙа уйнаясаҡ.

«Мин күп тәьҫораттар алырмын тип ышанам, сөнки был мәлдә мин тәбиғи мөхиттә – кисәлә, йырҙар, бейеүҙәр солғанышында буласаҡмын», – тип таный Ариадна.

Яҡут һәм Иркутск ҡунаҡтары

Иң оҙон осоштарҙың береһе – Яҡут һәм Иркутск өлкәһенән килгән ҡунаҡтарҙа.

Саха Республикаһынан (Яҡутстан) Өфөгә Вера Гаврильева етәкселегендәге «Кюрегей» ансамбле килде. Былтыр коллектив Мәскәүҙә абруйлы конкурста Гран-при яулаған. Өфөгә «Кюрегей» тәүге тапҡыр хомуз традицион якут ҡоралын, йыр һәм бейеү  алып килде.

«Ҡыҙҙар борсола. Өфөгә тәжрибә туплау һәм илһам алыу өсөн йәш артистарыбыҙ килде», – ти художество етәксеһе.

Баирма Ғиләжева етәкселегендә Иркутскиҙан ун ике ҡыҙ килгән. Коллективҡа ун йыл, уның репертуарында төрлө жанрҙағы йырҙар, улар араһында боронғо йола йырҙары айырым урын биләй.

- Балаларҙы ҙур сараларға, конкурстарға ҡыуанып сығарабыҙ. Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыу ҙур хөрмәт. Балалар ыңғай тойғолар алыр, дуҫлашыр һәм күп файҙа һәм илһам алыр тип көтәбеҙ, – ти Байырма Ғиләжева.

 

Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы Өфөлә 23-27 июндә үтәсәк һәм илдең 80 төбәгенән – Саха (Яҡут) Республикаһынан алып Луганск Халыҡ Республикаһына тиклем меңдән ашыу ҡатнашыусыны йыясаҡ. Улар үҙ төбәгенең фольклор традицияларын үҙләштергән 10-18 йәшлек ижади коллективтар һәм солистар.

Фольклориаданы асыу тантанаһы 24 июндә Совет майҙанында йәш артистар, махсус ҡунаҡтар Һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Марина Девятова ҡатнашлығында үтәсәк. Программала-халыҡтар дуҫлығы хороводы, Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Cioff VI БӨТӘ донъя фольклориадаһы мираҫы» парады һәм күргәҙмәһе һәм башҡалар.

Автор:
Читайте нас