Рух
+14 °С
Дождь
Новости
23 Июня , 10:55

Өфө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының баш ҡалаһына әйләнәсәк

23 июндән 27 июнгә тиклем Башҡортостанда Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы — Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған ҙур мәҙәни проект үтәсәк.

Өфө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының баш ҡалаһына әйләнәсәкӨфө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының баш ҡалаһына әйләнәсәк
Өфө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының баш ҡалаһына әйләнәсәк

Фестиваль илдең 80 төбәгенән меңдән ашыу йәш артисты берләштерә. Ҡатнашыусылар үҙ төбәктәренең йолаларын, фольклор мираҫын һәм мәҙәни төрлөлөгөн тәҡдим итәсәк.

Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова билдәләүенсә, халыҡ йолаларын һаҡлаусы йәш кешеләр Рәсәй мәҙәниәтенең байлығын күрһәтеү һәм башҡорт йолалары, һөнәрҙәре һәм ижади тәжрибәләре менән танышыу өсөн илдең иң күп милләтле төбәктәренең береһенә йыйыласаҡ.

Фольклориаданың төп саралары Өфөлә үтәсәк, ә фестивалдең үҙәк майҙансығы Совет майҙаны буласаҡ.

24 июндә бөтә Рәсәйҙән ҡатнашыусылар «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанға Дуҫлыҡ әйлән-бәйләненә йыйыла. Бынан һуң Ленин урамында сағыу парад ойошторола, Ул Совет майҙанында тамамлана.

Шул уҡ көндө бында Фольклориаданы асыу тантанаһы үтәсәк. Сәхнәгә илдең иң яҡшы балалар коллективтары сыға, ә махсус ҡунаҡ Марина Девятова буласаҡ.

Шулай уҡ 24 июндә Башҡортостан милли музейында халыҡ ижады фестиваленең иң сағыу ваҡиғаларына арналған «VI Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы» күргәҙмәһе асыла.

25 июндә байрам программаһы Өфөнөң «Беренсе Май», «Дим», «Тулҡын» һәм Иван Якутов исемендәге ҡала парктарын үҙ эсенә ала. Ҡунаҡтар өсөн традицион кейем, музыка ҡоралдары, көнкүреш әйберҙәре һәм Башҡортостан халыҡтарының биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре әҙерләнә

Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ағас һырлау, сигеү, биҙәү, туҡыу һәм халыҡ уйынсыҡтары эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала, шулай уҡ традицион уйындар һәм флешмобтар менән таныша ала.

25 июндә кис Совет майҙанында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ижади коллективтар ҡатнашлығында һәм AY YOLA төркөмөнөң сығышы менән ҙур концерт була.

Шул уҡ көндө «Торатау» Конгресс-холында «Фольклор һәм балалар. Традициялар аша берҙәмлеккә» фәнни-ғәмәли конференцияһы буласаҡ. Ул халыҡ мәҙәниәте өлкәһендәге тикшеренеүселәрҙе, педагогтарҙы һәм эксперттарҙы берләштерәсәк.

Фольклориада 26 июндә Совет майҙанында тамамлана. Финал ваҡиғаһы булып тантаналы ябыу һәм Zainetdin командаһының ҙур этно-шоуы тора.

0+

Автор:
Читайте нас