Рух
+20 °С
Ясно
Новости
19 Июня , 09:01

Хөкүмәт 1 сентябрҙән техник тикшереүҙә мутлашыуҙы контролдә тотоуҙы көсәйтә

Министрҙар кабинеты 1 сентябрҙән техник тикшереү операторҙарының эшенә контролде көсәйтеүсе ҡарарҙы раҫланы.

 

Хөкүмәт 1 сентябрҙән техник тикшереүҙә мутлашыуҙы контролдә тотоуҙы көсәйтә.

Министрҙар кабинеты 1 сентябрҙән техник тикшереү операторҙарының эшенә контролде көсәйтеүсе ҡарарҙы раҫланы.

Һүҙ бер ҡасан да тикшерелмәгән машиналарға ҡаршы көрәш тураһында бара.

Ҡайһы бер операторҙар, электрон диагностика карталарын рәсмиләштергәндә, Эске эштәр министрлығының ЕАИСТО (Единая автоматизированная информационная система технического осмотра транспортных средств) мәғлүмәт системаһына машиналарҙың һәм эксперттарҙың ялған һүрәттәрен йөкләй, һуңынан уларҙы тикшереү барышында ГАИ асыҡлай.

Әгәр йыл дауамында компанияны ике ҡағиҙә боҙоуҙа тотһалар, Эске эштәр министрлығы материалдарҙы Рәсәй автостраховкалаусылар союзына ебәрә, ул компанияны аккредитациянан мәхрүм итә.

Полиция, ҡарарҙы көтмәйенсә, 1 сентябрҙән Ммутлашыусыны ЕАИСТО-нан төшөрөп, карталарҙы рәсмиләштереүҙе туҡтата ала. Бизнес, үҙ сиратында, быға ялыу бирә ала.

 

Источник: МАХ-канал Госавтоинспекции России.

Автор:
Читайте нас