Рух
+17 °С
Ясно
Новости
11 Июня , 09:24

Владимир Путин видеоэлемтә аша Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе

Владимир Путин видеоэлемтә аша Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙеВладимир Путин видеоэлемтә аша Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе
Владимир Путин видеоэлемтә аша Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе

Иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников инвестиция әүҙемлеген тергеҙеү тураһында доклад менән сығыш яһаны. Уның телмәрен РСПП башлығы Александр Шохин һәм «Эшлекле Рәсәй»етәксеһе Алексей Репик комментарийҙары тулыландыра. Шулай уҡ балалы ғаиләләргә ярҙам саралары тикшерелде. Президент Владимир Путин билдәләүенсә, ике һәм унан күберәк балалы һәм аҙ килемле эшләүсе ата-әсәләр өсөн һәр ғаилә ағзаһына килем һалымы алты процентҡа тиклем кәметелә.

Мәғариф министры Сергей Кравцов төбәктәрҙә балалар ялы объекттарын төҙөү һәм яңыртыу тураһында һөйләне. Видеоэлемтә аша Краснодарҙағы «Орленок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәге ҡарамағындағы тәрбиә технологиялары үҙәге, Липецк өлкәһендәге «Прометей» шифахана-һауыҡтырыу комплексының яңы корпусы һәм Анапалағы «Аврора» шәхси һауыҡтырыу комплексы корпусы асылды.

Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин ҡалаларҙы һәм тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү программаһын тәҡдим итте. Мәҙәниәт министры Ольга Любимова Алыҫ Көнсығыштағы алдынғы ижади юғары уҡыу йорттары һәм мәҙәни учреждениелар филиалдары эше тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты.

Источник: http://kremlin.ru 

Автор:
Читайте нас