

10 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов менән осрашты. Улар ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешен тикшерҙе.
Шәймәрҙәнов муниципалитет үҫешенең төп күрһәткестәре һәм алдағы йылдарҙа тормошҡа ашырылырға тейешле күләмле проекттар хаҡында һөйләне.
Мәҫәлән, «Яр буйы» биҫтәһендә 2026 йылдың аҙағына тиклем 1050 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшөн тамамлау күҙаллана. Бина төҙөлгән, инженер коммуникациялары үткәрелгән һәм биҙәү эштәре башланған.
Шулай уҡ ваҡытлыса йөрөүҙе алмаштырырлыҡ яңы юл төҙөү планлаштырыла.
Ҡаланың эре инфраструктура проекттарының береһе булып 398 метр оҙонлоҡтағы яңы Ағиҙел күпере торасаҡ. Әлеге ваҡытта планлаштырылған эштәрҙең 42 проценты башҡарылған, ә күперҙе 2027 йылда сафҡа индереү планлаштырыла.
2028 йылда Стәрлетамаҡтың Көнбайыш районында сменаһына 930 кешегә иҫәпләнгән поликлиника төҙөлә башлаясаҡ. Ул ҡаланың иң заманса медицина учреждениеларының береһе буласаҡ һәм 25 меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерәсәк.
Башҡортостан башлығына муниципалитеттың үҫеш темптары тәьҫир итте. Ул тәҡдим ителгән башланғыстарҙы хупланы һәм пландарҙы ваҡытында тормошҡа ашырыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шәймәрҙәнов төбәк етәкселегенә Стәрлетамаҡтың социаль инфраструктураһына ярҙам күрһәткәндәре һәм иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru