Рух
+16 °С
Облачно
Новости
10 Июня , 05:14

Башҡортостандың дәүләт матбуғаты «Рәсәйҙең иң яҡшы 10 гәзите-2026» конкурсында

Рәсәй журналистар союзы һәм «Журналистика и медиарынок» журналы «Рәсәйҙең иң яҡшы 10 гәзите – 2026» Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһаны.

Башҡортостандың дәүләт матбуғаты «Рәсәйҙең иң яҡшы 10 гәзите-2026» конкурсындаБашҡортостандың дәүләт матбуғаты «Рәсәйҙең иң яҡшы 10 гәзите-2026» конкурсында
Башҡортостандың дәүләт матбуғаты «Рәсәйҙең иң яҡшы 10 гәзите-2026» конкурсында

2014 йылда башланған конкурс Рәсәй киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы тәжрибәләрен табырға һәм популярлаштырырға тейеш. Эксперттар гәзиттәрҙең дизайнын, йөкмәткеһен, онлайн-редакцияларҙың эшен һәм медиапроекттарҙы баһалай.

Башҡортостан вәкилдәре быйыл бер нисә номинацияла айырылып торҙо. «Иң яҡшы ҡала/район башлығы» категорияһында наградаларҙы Стәрлетамаҡ районынан Рита Сәмиғуллина һәм Благовар районынан Марат Йосопов киң мәғлүмәт саралары менән уңышлы хеҙмәттәшлек иткән һәм мәғлүмәт мөхитен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн алды.

«Яугирҙәр иле» проекты менән «Аскинская новь», «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» циклы менән «Баҡалы таңдары» һәм «Йөрәк саҡырыуы буйынса» проекты менән «Стерлитамакский рабочий» гәзиттәре «МХО-ға арналған иң яҡшы проекттар һәм очерктар» номинацияһында дипломант булды.

«Сельские нивы» гәзите район хакимиәте менән берлектә үткән «Йыл танылыуы» акцияһы өсөн «Иң яҡшы йәмәғәт проекттары» номинацияһында еңеү яуланы.

«Восход» гәзитенән «Ишимбай спортивный» проекты сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға һәм ауырыуҙар менән көрәшкә арналған категорияла диплом алды.

Территорияларҙы үҫтереү буйынса иң яҡшы проекттар иҫәбендә республиканың агросәнәғәт комплексы тормошо һәм үҫеше тураһында проект тәҡдим иткән «Деловой мир Башкортостана» баҫмаһы билдәләнде. «Асылыкүл» гәзите «Йәштәргә юл» проекты өсөн «Яҡташтар тураһында иң яҡшы проекттар»номинацияһында билдәләнде.

«Баҫманың иң яҡшы онлайн эше» номинацияһында «Благоварские вести» һәм «Зианчуринские зори»гәзиттәре еңеүсе булды. Рәсәй журналистар союзы еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Воронеж өлкәһендә, ә «Бөтә Рәсәй» медиафорумында ҡатнашыусыларға дипломдар тапшырыу Сочиҙа үтәсәген иғлан итте

Автор:
Читайте нас