Рух
+17 °С
Ясно
Новости
10 Июня , 09:05

Башҡортостан башлығы социаль өлкәнең вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Башҡортостан башлығы социаль өлкәнең вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырҙыБашҡортостан башлығы социаль өлкәнең вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы
Башҡортостан башлығы социаль өлкәнең вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы
«Халыҡты социаль яҡлау системаһы — кешеләргә иң яҡыны. Һеҙҙең эшегеҙ тулыһынса фиҙаҡәрлек, ҙур сабырлыҡ, мәрхәмәтлек һәм теләктәшлек талап итә. Һеҙ был сифаттарға тулыһынса эйә. Изге хеҙмәтегеҙ өсөн ихлас рәхмәт!
Бөгөн Башҡортостанда миллиондан ашыу кеше йәки һәр дүртенсеһе социаль ярҙам ала. Республиканың ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы системаһында ғына 11,5 мең самаһы белгес бар. Күп кенә хеҙмәттәребеҙ тәүлек әйләнәһенә ялһыҙ эшләй. Беҙҙә күп функциялы социаль учреждениелар селтәре булдырылған. „Ғаилә“, „Оҙайлы һәм әүҙем тормош“, „Кадрҙар“ милли проекттары, лайыҡлы тормош өсөн шарттар тыуҙырыусы төбәк программалары уңышлы тормошҡа ашырыла», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика йәшәү сифаты милли рейтингында позицияларын етди яҡшыртты, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы. Биш йыл эсендә беҙ 40-сы урындан 9-сы урынға күтәрелдек. Социаль етемлекте кәметеү буйынса төбәктәр рейтингында тәүге 20-гә инде. Биш йыл эсендә етемдәр һаны 19 процентҡа кәмей. «Өлкән быуын» федераль проекты ярҙамында төбәктә Өфөлә һәм Благовещенда 110 койка-урынға иҫәпләнгән ике социаль хеҙмәтләндереү объекты сафҡа индерелде.

«Балалы 130 меңдән ашыу ғаилә 50-нән ашыу төр социаль ярҙам ала. Һәр муниципалитетта ауыр тормош хәлендә ярҙам итергә әҙер ғаилә хеҙмәттәре эшләй. Республикабыҙ өсөн күп балалылыҡ - йәшәү нормаһы. Бындай ғаиләләр беҙҙә 75 мең. Уларҙың һәр береһе айырым иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алынған булырға тейеш. „Ғаилә“ милли проектына өҫтәп тыуымды арттырыу төбәк программаһы эшләй. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында беҙ Стратегик башланғыстар агентлығы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Бергәләп балалы ғаиләләргә ярҙам итерлек ҡарарҙар әҙерләйбеҙ", - тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда айырыуса ихтыяжлы балалы ғаиләләргә әүҙем ярҙам күрһәтеүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы. Йыл һайын 16 меңдән ашыу бала реабилитация үҙәктәрендә ярҙам ала. Мәҫәлән, былтыр «Салют» үҙәгендә ошондай 6 меңдән ашыу балаға ярҙам күрһәтелгән. Бында реабилитация, мәғариф һәм медицина хеҙмәтләндереүе инә.

Ғаиләләрҙең килемен арттырыуҙың төп ысулы — социаль контракт буйынса адреслы социаль ярҙам. Һуңғы биш йылда был ярҙам менән 30 меңдән ашыу кеше файҙаланған, ә түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы яҡынса 3,8 миллиард һум тәшкил иткән. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре ярҙам ала. Бының өсөн Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы яуаплы. Башҡортостан Волга буйы федераль округында ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары һаны буйынса иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә инә. Республикала ғаиләләргә ярҙам итеүҙә уникаль алымдар эшләнгән. Улар араһында-әүҙем эшкә урынлашыу системаһы һәм заманса үҙәктәр селтәре. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды.

«Геройҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө тормош шарттарында ярҙамға килгән социаль координаторҙарыбыҙға айырыуса рәхмәт», — тине Радий Хәбиров. Ул быйыл дәүләт мәшғүллек хеҙмәте ойошторолоуға 35 йыл тулыуын иҫкә төшөрҙө. Ошо йылдар эсендә ул етди үҫеш юлын үтә. Республикала дөйөм эшһеҙлек кимәлен һуңғы 30 йылда рекордлы түбән күрһәткестәргә — 1,6 процентҡа тиклем кәметеүгә өлгәшелде. Бөгөн республикала 55 яңыртылған «Рәсәй эше»кадрҙар үҙәге эшләй. Улар эшкә урынлашыу ваҡытын өстән бер өлөшкә ҡыҫҡарта.
«Бөгөн намыҫлы хеҙмәтегеҙ, кешелеклелегегеҙ, эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн һәр берегеҙгә ихлас рәхмәт белдерәм. Ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм изгелек теләйем! Һөнәри байрам менән! Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән!» - тантанала ҡатнашыусыларға Радий Хәбиров рәхмәт әйтте һәм тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Автор:
Читайте нас