Рух
+17 °С
Ясно
Новости
10 Июня , 10:49

Ғаилә түләүҙәре күләме нисек билдәләнә?

Республикала 7,3 меңдән ашыу кешегә 2026 йылдың 1 июненән ике һәм унан күберәк балалы ата-әсәләр өсөн ғәмәлдә булған ғаилә түләүҙәре билдәләнгән дә инде.

Ғаилә түләүҙәре күләме ниеск билдәләнә?Ғаилә түләүҙәре күләме ниеск билдәләнә?
Ғаилә түләүҙәре күләме ниеск билдәләнә?

2026 йылда бирелгән ғаризалар буйынса ғаиләнең 2025 йылдағы килеме иҫәпкә алына.

 

Түләү күләме индивидуаль һәм үткән йылдағы НДФЛ түләүенә һәм шул уҡ килемдән 6 процент ставкаһы буйынса иҫәпләнгән суммаға бәйле.

 

🧮 Түләүҙе иҫәпләү миҫалы:

 

Әсәйгә былтыр 600 мең һум килем суммаһынан 78 мең һум күләмендә НДФЛ түләнгән. НДФЛ-ды 6 процент ставкаһы буйынса иҫәпләйҙәр һәм 36 мең һум килеп сыға. Ғаиләнең килемен һәм мөлкәтен комплекслы баһалағанда, әсә кеше 42 мең һум (78 мең - 36 мең = 42 мең) аҡса аласаҡ.

 

Тәғәйенләнештең төп шарттары:

 

🔸ғариза биреүсенең иҫәп-хисап осоронда физик шәхестәрҙең килеменә һалым түләнгән килемдәре булыуы;

 

🔸ғаиләлә 18 йәшкә тиклемге йәки көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге 2 бала тәрбиәләнә;

 

🔸йән башына уртаса килем йәшәү минимумынан (республикала 23 673 һум) бер ярым тапҡырға артмай;

 

🔸ғариза биреүсе алимент буйынса бурыслы түгел
ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителмәгән, уларҙа сикләнмәгән;

 

🔸түләү тәғәйенләүгә ғариза 1 июндән 1 октябргә тиклем бирелгән.

 

Мохтажлыҡты баһалағанда иҫәпкә алынасаҡ мөлкәт исемлеге һәм тәғәйенләүҙең тулы шарттары Рәсәй социаль фонды сайтында урынлаштырылған: sfr.gov.ru/grazhdanam...

 

☝Түләү илдә даими йәшәгән Һәм уның һалым резиденттары булған Рәсәй граждандарына тәғәйенләнгән.

 

☎8 800 100-00-01 (шылтыратыу бушлай)

 

#ОСФРРБ #СФР #семейнаявыплата

Автор:
Читайте нас