

5 июндә XXIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә йыл һайын эшҡыуарҙарҙан һорау алыу нигеҙендә Стратегик башланғыстар агентлығы (АСИ) ойошторған Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция мөхите торошоноң Милли рейтингы һөҙөмтәләренең презентацияһы үтте.
Сарала Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Александр Новак һәм илдең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников ҡатнашты. Һөҙөмтәләрҙе АСИ-ның генераль директоры Светлана Чупшева тәҡдим итә.
2026 йылда инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы 500 меңдән ашыу эшҡыуарҙан һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән. Ул төбәк властарының бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса тырышлығын сағылдырған 88 төрлө күрһәткесте иҫәпкә ала.
Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән өсөнсө урынды алды. Рейтинг һөҙөмтәләренә комментарий биреп, Радий Хәбиров Ватанды һаҡлауҙың төп бурысын үтәү өсөн иҡтисадты үҫтереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Башҡортостанда беҙ былай уйлайбыҙ – ҡасандыр ваҡыт етер, егеттәребеҙ ҡайтыр. Һәм улар беҙгә һорау бирәсәк: «Беҙ һуғыштыҡ, илде яҡланыҡ, ә һеҙ нимә эшләнегеҙ?». Ә беҙ, уларҙың күҙенә ҡарап, яуап бирербеҙ: «Беҙ һеҙҙе көттөк, ләкин ҡул ҡаушырып ултырманыҡ. Беҙ эшләнек, иҡтисадты үҫтерҙек, инвестициялар йәлеп иттек, мәктәптәр, баҡсалар, дауаханалар, юлдар төҙөнөк», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Икенсе төрлө әйткәндә, беҙ уларға ярҙам итер өсөн барыһын да эшләнек. Илебеҙгә ярҙам иттек. Ә был бөгөнгө фекер алышыуыбыҙ менән тығыҙ бәйле. Был иҡтисад, уныбер маҡсат менән йәшәй һәм эшләй – БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН!
2025 йылда төбәк иҡтисадына инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,7 процентҡа артып, 852,6 миллиард һумға еткән. Ә 2018 йылдан 2025 йылға тиклем төбәккә инвестиция ағымы 76,6 процентҡа артҡан. Республикала йәмғеһе дөйөм планлаштырылған 1,3 триллион һум самаһы аҡса һалыу күләме менән 2,4 мең самаһы инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыу стадияһында.
Сығанаҡ: https://glavarb.ru