

Рәсәй президенты Владимир Путин Терроризм һәм экстремизм идеологияһына ҡаршы көрәш буйынса Координация үҙәге директоры, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогоия университеты ректораты ҡарамағындағы советник Илһам Хәбибуллинды II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләне.
«Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән Башҡортостан Республикаһының Рус драма театры артисы Валерий Малюшин бүләкләнде.
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре» исеменә Куйбышев тимер юлы начальнигы урынбаҫары — «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы Дмитрий Новиков лайыҡ булды.
Сығанаҡ: "Башинформ".