Теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ул Өфөнө санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы сиктәрендә үткәрелә һәм «Экологик именлек» милли проектының «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау» федераль проектының бер өлөшө булып тора.
Төп маҡсат — күл ярын ҡар ирегәндән һәм ташҡын һыуҙары төшкәндән һуң йыйылған көнкүреш сүп-сарҙарынан таҙартыу. Ғәмәли бурыстан тыш, инициатива тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итергә һәм һыу ресурстарына һаҡсыл ҡараш булдырырға тейеш.
Акция сиктәрендә ҡатнашыусыларҙы экология һәм ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итеү тураһында файҙалы мәғлүмәт алырға мөмкин булған тематик зоналар менән мауыҡтырғыс белем биреү программаһы, «Граффитиға эскиздар» ижади эштәр күргәҙмәһе, шулай уҡ күңелле әүҙемлек һәм фотозона көтә.
Таҙартыу башланыр алдынан ойоштороусылар хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үткәрәсәк һәм яр буйы биләмәләрен таҙартыуҙың төп принциптары хаҡында һөйләйәсәк. Өмә йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларҙы дипломдар менән бүләкләйәсәктәр, рәхмәт хаттары һәм приздар тапшырасаҡтар.
Ҡунаҡтарҙы сәй эсеү һәм татлы мамыҡ көтә.