Уның төп бурыстары — законһыҙ ҡырҡыуҙарҙы туҡтатыу һәм иҫкәртеү, ағас әйләнешен контролдә тотоу һәм хоҡуҡ боҙоусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу. Сараны үткәреү «Экологик именлек» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектының маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ итә.
Контроль сараларҙы дәүләт урман инспекторҙары Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының территориаль бүлексәләре, Башҡортостан республикаһы буйынса Эске эштәр мнистрлығының ЮХХДИ идаралығы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт техник күҙәтеүе, йәмәғәт урман инспекторҙары һәм казак йәмғиәттәре менән тығыҙ бәйләнештә үткәрә.
Операция барышында дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа, урман массивтарынан сығыу урындарында һәм законһыҙ ҡырҡыу урындарында тәүлек әйләнәһенә патруллек ойоштороласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡҡан өсөн ҡануниәттә административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған (азатлыҡтан мәхрүм итеүгә тиклем).