Рух
+14 °С
Облачно
Новости
4 Июня , 08:54

Ауырғазы ветерандары автоуҙышта ҡатнашты

40-тан ашыу машина, йөҙҙәрсә йөрәк — Башҡортостанда «Шайморатов сиге» беренсе патриотик автоуҙышы уҙҙы! Колонна хәрби дан маршруты буйынса үтте - ҡатнашыусылар араһында яҡташтарыбыҙ: Ауырғазы районынан махсус хәрби операция ветерандары ла булды!

Ауырғазы ветерандары автоуҙышта ҡатнаштыАуырғазы ветерандары автоуҙышта ҡатнашты
Ауырғазы ветерандары автоуҙышта ҡатнашты

Ойоштороусылар булып «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы һәм Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы сығыш яһаны. Сара фондтың бөтә ил буйынса филиалдары асылыуына өс йыл тулыуға арнала.

Автоуҙышта МХО ветерандары, шул иҫәптән фондтан алынған ҡул менән идара ителгән автомобилдәрҙә, уларҙың ғаилә ағзалары, легендар «Төнгө бүреләр» байкер клубы (Өфө) вәкилдәре, коммерцияға ҡарамаған ойошма активистары һәм филиал хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Өфөлә Һәм геройҙың тыуған төйәгендә — Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылындағы М.Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыу тантаналы митинг һәм финал нөктәһе булды. Ҡорбан байрамы алдынан ҡатнашыусылар ҡорбан-ашы тигән дөйөм һыйлауҙы бүлеште

 - «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының беҙҙәге филиалы өс йыллығын билдәләй, һәм беҙҙең өсөн геройҙарҙы социалләштереү буйынса реаль эштәр менән билдәләү мөһим. «Шайморатов сиге» автоуҙышы — шундай миҫалдарҙың береһе. МХО ветерандарын әүҙем йәмәғәт һәм патриотик эшмәкәрлеккә йәлеп итәбеҙ һәм Фондыбыҙҙың ветерандар өсөн ныҡлы таяныс булыуын күрһәтәбеҙ, ул һәр ваҡыт эргәлә, — тип билдәләнефондтың Башҡортостан буйынса етәксһе Гөлнур Ҡулсарина.

Автоуҙыш идеяһын 2026 йылдың мартында республикаға сәфәре ваҡытында «Ватанды һаҡлаусылар» фонды рәйесе Анна Цивилева хуплай.

 
Ауырғазы ветерандары автоуҙышта ҡатнашты
Ауырғазы ветерандары автоуҙышта ҡатнашты
Ауырғазы ветерандары автоуҙышта ҡатнашты
Ауырғазы ветерандары автоуҙышта ҡатнашты
Ауырғазы ветерандары автоуҙышта ҡатнашты
Ауырғазы ветерандары автоуҙышта ҡатнашты
Ауырғазы ветерандары автоуҙышта ҡатнашты
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас