

М.Аҡмулла исемендәге БДПУ алдындағы майҙансыҡ башҡорт һүҙен һәм халыҡ сәнғәтен яратыусылар өсөн ысын мәғәнәһендә йәлеп итеү үҙәгенә әүерелде. «Сәсәндәр мөйөшө» программаһы ысын мәғәнәһендә бай һәм күңелле килеп сыҡты.
Был көндө Силәбе өлкәһе сәсәндәр мәктәбенең презентацияһы асылды. Сәсәндәр тирмәһендә һүҙ оҫталарының: Ҡамса Мортазин, Азат Кинйәбулатов, Фәнүзә Зөлҡәрнәева, Фирҙәүес Бәширова, Сафина Хәкимова, Йәмилә Хисмәтова, Рәшиҙә Вәлиева, Гөлйәмал Нәжмиева, Урал Ҡолошев, Флүрә Истамғолованың тауыштары яңғыраны. Шулай уҡ Әбйәлил районының сәсәндәр мәктәбенең презентацияһы үтте: Хәнифә Әбүбәкирова, Гөлнара Нурғәлиева, Азат Атанғолов сығыш яһаны. Көн программаһын М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы сәсәндәр мәктәбе коллективы тамамланы.
Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева - филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, академияның почетлы академигы - үҙенсәлекле оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Йәрминкә ҡунаҡтары өсөн өс көн дауамында БДПУ алдындағы майҙансыҡта башҡорт костюмдары менән фотозона; кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе; мини-нагрудник эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе; Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзының һәм башҡорт халыҡ эпостары буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенең китаптар күргәҙмәһе эшләне. Ғәҙәттәгесә, киске программаны махсус рәүештә йәш тамашасылар өсөн дәртле башҡорт ритайымы һәм башҡорт эпостары, әкиәттәре, легендалары мотивтары буйынса йәнһүрәттәр һәм видеолар күрһәтеү тамамланы.