Рух
+18 °С
Облачно
Новости
30 Мая , 11:30

"Китап-байрам"да Рәсәй Геройҙары тураһында хәтер китабы тәҡдим ителде

IV Халыҡ-ара«Китап-Байрам» йәрминкәһендә «Славянское государство» (Санкт-Петербург) нәшриәте «Книгу памяти о героях, погибших при исполнении воинского долга в ходе специальной военной операции» китабы менән таныштырҙы.

"Китап-байрам"да Рәсәй Геройҙары тураһында хәтер китабы тәҡдим ителде"Китап-байрам"да Рәсәй Геройҙары тураһында хәтер китабы тәҡдим ителде
"Китап-байрам"да Рәсәй Геройҙары тураһында хәтер китабы тәҡдим ителде

Нигеҙ һалыусы һәм баш мөхәррир Алла Иванникова һүҙҙәренсә, йыйынтыҡ махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған Рәсәй геройҙарына арналған. Беренсе өлөшө 2025 йылда 500 дана тираж менән сыға һәм илдең ҙур китапханаларында таратыла; шулай уҡ төрлө ҡалаларҙа презентациялар үтә.

Санкт-Петербургта һәм Өфөлә саралар уҙҙы, Силәбелә һәм Мәскәүҙә осрашыуҙар планлаштырылған. Ағымдағы йылда сығарыласаҡ китаптың икенсе өлөшөнә беренсе баҫмаға эләкмәгән геройҙарҙың биографияһы инәсәк. Китап өсөн материалдарҙы РФ Оборона министрлығы төбәктәр буйынса бирә. Киләһе йылда алғы һыҙыҡта торған яугирҙәрҙең тарихтары менән «Хәтерҙең тере биттәрен» китабы сығарылыуы тураһында иғлан ителә.

Сығанаҡ: йәрминкәнең Ойоштороу комитеты

Автор:
Читайте нас