

Майҙансыҡ асыу тантанаһы «Биш ашыҡ» милли спорт уйыны менән билдәләнде. «Атайсал» мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе Зилә Лира теүәллек, оҫталыҡ һәм ныҡышмалылыҡ менән үткәрҙе.
Көндөҙ шиғри ҡунаҡ бүлмәһе эшләй башлаясаҡ, унда «Әсә һүҙе» йыйынтығы авторҙары үҙҙәренең ижадын тәҡдим итәсәк. Китап «Бәхет территорияһы» фонды һәм Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе менән берлектә «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы башланғысы буйынса төҙөлгән. Йыйынтыҡҡа 61 авторҙың 154 шиғыры ингән. Республиканың 27 районынан һәм 7 ҡалаһынан авторҙар Рәсәй халыҡтарының дүрт телендәге әҫәрҙәрен ебәрҙе.
Фонд филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итте:
- Ғәҙәттәгесә, беҙ республикабыҙҙа үткән бөтә ҙур сараларҙа ҡатнашабыҙ. «Китап-байрам»да өсөнсө йыл йәш патриоттар, яҡындарыбыҙҙың ғаиләләре өсөн майҙансыҡ әҙерләнек. Беҙҙең майҙансыҡта юристар, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды белгестәре консультация бирәсәк. Байрам ҡунаҡтары үҙҙәренең хоҡуҡи, социаль һорауҙарына, түләүҙәр, ярҙам саралары буйынса һорауҙарға яуап ала аласаҡ.
Тәүгеләрҙән булып майҙансыҡҡа Өфөнән Арина Щербакова менән 9 йәшлек улы Антон килде. Малай алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға хат яҙа, геройҙарға сыҙамлыҡ, һаулыҡ һәм тиҙерәк Еңеү теләй. Арина Щербакова тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
- Байрам бик оҡшай. Баш ҡалала уҙғарылған был ҙур сараларҙы бөтә ғаилә менән көтәбеҙ. Балалар өсөн каникулдарҙың матур башланыуы. «Ватанды һаҡлаусылар» майҙансығы бик мөһим тип иҫәпләйем. Улыма махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән аралашыу оҡшағанын күрәм. Ул фотокүргәҙмәне айырыуса иғтибар менән өйрәнә. Иртәгә махсус операцияла ҡатнашыусылар менән осрашыуға мотлаҡ килербеҙ.
Фонд майҙансығы йәрминкәнең өс көнөндә лә эшләйәсәк. Йома, 29 майҙа, ҡунаҡтарҙы адаптив спорт тураһында һөйләгән ветерандар менән осрашыу көтә, ә һуңыраҡ «Башҡортостан. Махсус хәрби операция геройҙары» китабының исем туйы була. Шәмбе иртәнге сәғәт 11-ҙә - йәш өфөләр өсөн милли биҙәүестәр һәм һаҡлағыстар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе (0+), көндөң икенсе яртыһында нейрографика буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарыла.