Рух
+17 °С
Облачно
Новости
22 Мая , 11:40

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районында табип амбулаторияһында булды

Үткән йылдың декабрендә Олокүл ауылында «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ярҙамында яңы модулле табип амбулаторияһы асылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров медицина учреждениеһында булды һәм уның эше менән танышты, тип хәбәр итә  "Башинформ".

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районында табип амбулаторияһында булдыРадий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районында табип амбулаторияһында булды
Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районында табип амбулаторияһында булды

Амбулатория медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Унда көндөҙгө стационар, процедура һәм прививка яһау кабинеттары, шулай уҡ терапевт, педиатр, акушер-гинеколог һәм стоматолог кабинеттары эшләй. Республика медицина учреждениелары менән бәйләнешкә айырыуса иғтибар бүленде. Кәрәк булғанда табиптар тиҙ арала Өфөнән һәм башҡа ҡалаларҙан коллегаларынан консультация ала ала.

15 йыл инде ауыл халҡының һаулығы тураһында 42 йыл эшләгән акушерка Фәнисә Фәнил ҡыҙы Сабитова һәм 35 йыллыҡ стажы булған шәфҡәт туташы Рәмилә Мәхмүт ҡыҙы Абдрафиҡова хәстәрлек күрә.

- Был ауыл ныҡлы, ҙур, балалы ғаиләләр күп. Шуға күрә бындай объект, әлбиттә, бик кәрәк ине. Бындай амбулаторияларҙы һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарын федераль ярҙам арҡаһында бөтә республикала төҙөйбөҙ. Күп эштәр башҡарылды, беҙҙә яңыртыуға мохтаж ауыл медицина учреждениелары күп ҡалманы. Әммә улар әле лә бар. Беҙҙең бурыс — 2030 йылға тиклем был эште тамамлау, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас