Рух
+22 °С
Ясно
Новости
21 Мая , 06:48

Бәрҫеүән йылғаһы күпере ремонтлана

Хәрәкәт сикләнеүенә иғтибарлы булығыҙ.

Бәрҫеүән йылғаһы күпере ремонтланаБәрҫеүән йылғаһы күпере ремонтлана
Бәрҫеүән йылғаһы күпере ремонтлана

Өфө ҡалаһы эргәһендә Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙе ремонтлау тәүлек әйләнәһенә барасаҡ. Өфө районының Чесноковка ауылы эргәһендәге федераль трассала ошо йылға аша күперҙе планлы рәүештә ремонтлау башланасаҡ.  Башҡортостандың транспорт министры Любовь Минакова әйтеүенсә, эштәр өс этапта үтәсәк, ваҡытты ҡыҫҡартыу өсөн эш тәүлек әйләнәһенә барасаҡ.

Юлды ябыу графигы: 1 июндән 8 июнгә тиклем күперҙең уң яҡ яғы ябыла (Өфө – Ырымбур йүнәлеше). Хәрәкәт юлдың һул һыҙаты буйынса башҡарыла. 9 июлдән 13 авгусҡа тиклем һул яғы ябыла. Транспорт уң яҡтан үтәсәк. 12 августан 5 сентябргә тиклем эштәр күпер аҫтында барасаҡ. Был хәрәкәткә ҡамасауламай.

Ремонт барышында участкала светофорҙар менән реверсив хәрәкәт ойоштороласаҡ. Күперҙә төп эштәр 30 августа тамамлана. Һуңынан конструкция аҫтында эштәр дауам итә, был хәрәкәткә ҡамасауламай.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ремонт планын  хупланы, ләкин барлыҡ нескәлектәрен иғтибарға алырға, юлдарҙы ябыу графигы тураһында алдан халыҡты иҫкәртергә саҡырҙы.

 Сығанаҡ:https://mgazeta.com

Автор:
Читайте нас