Рух
+22 °С
Ясно
Новости
18 Мая , 06:50

«Икенсе старт»та Башҡортостан данын Күмертауҙан Иван Барышев яҡлаясаҡ

«Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабының «Икенсе старты» номинацияһында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы эксперт комиссияһы билдәләне, тип хәбәр иттеләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

«Икенсе старт»та Башҡортостан данын Күмертауҙан Иван Барышев яҡлаясаҡ«Икенсе старт»та Башҡортостан данын Күмертауҙан Иван Барышев яҡлаясаҡ
«Икенсе старт»та Башҡортостан данын Күмертауҙан Иван Барышев яҡлаясаҡ

Еңеүсе - Күмертауҙан Иван Барышев.

Иван Барышев Советтар Союзы Геройы Константин Оргин исемендәге 10-сы мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Ул кадет ротаһы кураторы, «Гефест» хәрби-патриотик үҙәге тренеры. Уның иңендә армияла хеҙмәт итеү, педагогия колледжында уҡыу. Әммә һуңғыһын хәрби хеҙмәткә контракт төҙөү арҡаһында тамамламай. 2022 йылда МХО-ға китә, ә ҡайтҡас, мәктәптә эшләй башлай.

Икенсе урында — Мәләүездән шәхси эшҡыуар Артем Кудрявцев. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандан һуң Артем үҙ эшен аса, ул 3D-печать менән шөғөлләнә.

Өсөнсө урынды Өфө янғын һағы идаралығының янғын һүндереү автомобиле водителе Дамир Хәбибуллин яуланы.

Еңеүсегә — 40 мең һумға, призерҙарға 24 һәм 12 мең һумға сертификат тапшырылды.

Иван Барышев октябрҙә Һамарҙа үтәсәк Бөтә Рәсәй конкурсының финалында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә Кремль һарайында үтәсәк: иң яҡшыларҙы 300 меңдән 1 миллион һумға тиклем бүләктәр көтә.

Фото: Министерство семьи, труда и соцзащиты населения РБ.

Автор:
Читайте нас