

«Өфө» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде.
Башҡортостандың милли йәштәр театры актеры Линар Әхмәтвәлиев Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы булды.
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Гөлназ Мөхәмәтйәноваға һәм Октябрьский ҡалаһының 2-се гимназияһы уҡытыусыһы Зөлфиә Мифтаховаға бирелде.
Өфөнөң Ленин районы башлығы урынбаҫары Мирхәт Ҡазарғолов «РФ-тың атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.
Дыуан район ветеринария станцияһы начальнигы Рауль Нуриев Һәм Саҡмағош район-ара ветеринария станцияһы начальнигы Радмир Ямалиев Рәсәйҙең атҡаҙанған ветеринария табибы булды.
Сығанаҡ: "Башинформ".