Рух
+10 °С
Дождь
Новости
13 Мая , 10:40

Башҡортостандан 12 мең ирекмән Бөтә Рәсәй тауыш биреүендә ҡатнаша

2027 йылда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндереү планлаштырылған йәмәғәт биләмәләре өсөн Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү тамамланыуға бер ай ҡалды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандан 12 мең ирекмән Бөтә Рәсәй тауыш биреүендә ҡатнашаБашҡортостандан 12 мең ирекмән Бөтә Рәсәй тауыш биреүендә ҡатнаша
Башҡортостандан 12 мең ирекмән Бөтә Рәсәй тауыш биреүендә ҡатнаша
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан Республикаһында тауыш биреүҙә 489 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был һөҙөмтәнең байтаҡ өлөшөн 311 меңгә яҡын тауыш ирекмәндәр ярҙамында тәьмин итә.
 
Хәҙер проект командаһына 12 меңдән ашыу ирекмән йәлеп ителгән. Улар төрлө йәштәге һәм һөнәрле кешеләр, улар уртаҡ маҡсат өсөн берләшә. Уларҙың төп бурысы - халыҡҡа тауыш биреү процедураһын үтергә ярҙам итеү, ҡатнашыу ҡағиҙәләрен аңлатыу һәм проектты тормошҡа ашырыу этаптары тураһында мәғлүмәт биреү. Бөтә республикала урынлашҡан 246 объекттың 152-һен һайлап алырға кәрәк.


- 9 майҙа Еңеү көнөн байрам итеү осоронда ирекмәндәр айырым роль уйнай. Күмәк сараларҙа улар кешеләргә байрам майҙансыҡтарында һайлау яһарға ярҙам итә, теләгән һәр кем өсөн уңайлы тауыш биреү мөмкинлеген тәьмин итә. Ҡағиҙә булараҡ, тауыш биреү тамамланғас, беҙ проектта әүҙем ҡатнашҡандары өсөн волонтерҙарҙы бүләкләйбеҙ һәм дәртләндерәбеҙ. Быйыл да был осраҡтан ситтә ҡалмаясаҡ, - тип аңлатты Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.
 
 
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тауыш биреүҙә ирекмәндәр ярҙамында, «Дәүләт хеҙмәте Бергәләп хәл итәбеҙ» мобиль ҡушымтаһы аша, шулай уҡ zagorodsreda.gosuslugi.ru. платформаһында ҡатнашырға мөмкин. Уңайлы ҡала мөхите өсөн тауыш биреүҙә ҡатнашыу механизмы бик ябай һәм аңлайышлы. Ҡулланыусыға Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһын ҡулланып авторизация үтергә кәрәк.
Автор:
Читайте нас