Радий Хәбиров Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.
Еңеү майының иртәһен Өфөлә йола буйынса Совет майҙанында ҡаршыланылар. Башҡортостан Республикаһы етәкселеге, көс структуралары һәм ведомстволары етәкселәре менән берлектә Рәсәй Федерацияһы Геройы, легендар 112-се Башҡорт дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр ҡуйыу тантанаһы үтте.


