Рух
+17 °С
Облачно
Новости
7 Мая , 12:15

Өфөнән Абхазияға беренсе тура рейс - 3,5 сәғәттә

7 майҙа Өфөнән Абхазияның баш ҡалаһы Сухумға тәүге самолет осто. 

Өфөнән Абхазияға беренсе тура рейс - 3,5 сәғәттәӨфөнән Абхазияға беренсе тура рейс - 3,5 сәғәттә
Өфөнән Абхазияға беренсе тура рейс - 3,5 сәғәттә

Тәүге рейс 6 майҙа Сухумдан Өфөгә булһа, ә 7 майҙан Башҡортостандың баш ҡалаһынан осоштар асыла.

Өфө менән Сухумды тоташтырасаҡ яңы йүнәлеште «РусЛайн» авиакомпанияһы башлай. Bombardier CRJ100/200 тигән 50 урынлыҡ самолеттар аҙнаһына бер тапҡыр: кесаҙна Өфөнән һәм шаршамбы көндө кирегә осасаҡ.

Яңы йүнәлеш 2026 йылдың октябрь уртаһына тиклем эшләйәсәк тип күҙаллана. Юлға 3 сәғәт 25 минут ваҡыт китә. Ошо хаҡта «Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән «Республика Башкортостан» гәзите хәбәр итә.

Автор:
Читайте нас