Рух
+10 °С
Дождь
Новости
7 Мая , 04:10

Өфөлә ҡайҙа алкоголле эсемлектәргә бәйлелекте еңеп сығырға ярҙам итәләр?

Рәсәйҙә алкоголь ҡулланыу күләменең кәмеүе күҙәтелә. Быға күпселектә кешеләрҙең мәғлүмәтлелеге һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған саралар булышлыҡ итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә ҡайҙа алкоголле эсемлектәргә бәйлелекте еңеп сығырға ярҙам итәләр?Өфөлә ҡайҙа алкоголле эсемлектәргә бәйлелекте еңеп сығырға ярҙам итәләр?
Өфөлә ҡайҙа алкоголле эсемлектәргә бәйлелекте еңеп сығырға ярҙам итәләр?
Белгестәрҙең ярҙамы кәрәк булһа, Өфө халҡы Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының республика клиник наркология диспансерына мөрәжәғәт итә ала. Үҙәк белгестәре наркологик тайпылышлы, шул иҫәптән хроник алкоголизмлы кешеләрҙе иртә асыҡлау, диспансер һәм иҫкәртеү күҙәтеүе менән шөғөлләнә. Ярҙам бюджет һәм бюджеттан тыш нигеҙҙә күрһәтелә. Бынан тыш, үҙәк бәйлелекте иҫкәртеү һәм дауалау мәсьәләләре буйынса бушлай аноним ҡыҙыу линиялар ойоштора.
 
Шулай уҡ Өфөлә РФ Аноним алкоголиктар аАссоциацияһының республика филиалы эшләй. Был кешеләр берләшмәһе, улар бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашып, үҙҙәренә һәм башҡаларға алкоголизмдан ҡотолорға ярҙам итә. Ойошманың ҡыҙыу линияһы телефоны: 8-800-101-34-72.
 
Бынан тыш, Өфөлә иҫерек кешеләр өсөн социаль-реабилитация үҙәге бар. Черниковкала Еңеү урамы, 3 һәм ҡала үҙәгендә Карл Маркс урамы, 51/1 адресы буйынса тәүлек әйләнәһенә ике бүлексә эшләй. Белгестәр тәүге ярҙам күрһәтә, кәрәк булғанда ашығыс ярҙам саҡыралар.
 
Сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса тәҡдимдәрҙе федераль бушлай ҡыҙыу линияның 8 800 200-0-200 телефоны буйынса һәм бөтә ил буйынса һаулыҡ үҙәктәрендә алырға мөмкин. Ә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һаулыҡ тураһында рәсми порталында takzdorovo.ru һәр кем эксперттарҙың файҙалы кәңәштәрен һәм алкоголдең йоғошло булмаған ауырыуҙар үҫешенә йоғонтоһо һәм уның ниндәй эҙемтәләргә килтереүе тураһында мәҡәләләрен табасаҡ. 
Автор:
Читайте нас