Рух
+10 °С
Дождь
Новости
7 Мая , 06:00

Башҡортостандан ауыл хужалығы культуралары орлоҡтары экспорты ике тапҡырға артты

2026 йыл башынан «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһынан 1663,8 тонна иген һәм мал аҙығы культуралары орлоғо экспортланған, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро күрһәткестәренән ике тапҡырға күберәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандан ауыл хужалығы культуралары орлоҡтары экспорты ике тапҡырға арттыБашҡортостандан ауыл хужалығы культуралары орлоҡтары экспорты ике тапҡырға артты
Башҡортостандан ауыл хужалығы культуралары орлоҡтары экспорты ике тапҡырға артты
Россельхознадзорҙың Башҡортостан республикаһы буйынса идаралығының үҫемлектәр карантины, иген сифаты һәм орлоҡ контроле бүлеге белгестәре Беларусь Республикаһына, Ҡаҙағстан Республикаһына, Ҡырғыҙстанға һәм башҡа илдәргә оҙатыу өсөн әҙерләнгән 89 орлоҡ материалы партияһын ҡараны. Экспортҡа вика, донник, эспарцет, люпин, люцерна, бойҙай, фацелия һәм арпа орлоҡтары йүнәлтелә.
 
Һәр партияла һайлап алынған өлгөләр лаборатория тикшеренеүҙәре һәм һынауҙары комплексын үтә. Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса, карантин аҫтындағы продукцияла карантин организмдары асыҡланмаған, бөтә оҙатылған продукция импортлаусы илдәрҙең карантин фитосанитар талаптарына тап килә. Экспортланған орлоҡ материалына 87 фитосанитар сертификат рәсмиләштерелгән.
 
Орлоҡсолоҡтоң экспорт потенциалын үҫтереү тотороҡло сеймал базаһы менән тәьмин ителә. Мәҫәлән, республика аграрийҙары яҙғы сәсеүҙе уҙғарыу өсөн 2025 йылғы уңыштан алып 264 мең тоннанан ашыу яҙғы иген, ҡуҙаҡлы иген һәм ярма культуралары орлоғон әҙерләп ҡуйған. Тағы 11,5 мең тонна орлоҡ һатыу өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ 1,1 мең тоннаға яҡын күп йыллыҡ үлән орлоҡтары әҙерләнгән.
Автор:
Читайте нас